Билдәле драматург Наил Ғәйетбаев Сибай институтында булды

Сибай институтында республикабыҙҙың билдәле шәхестәре, яҙыусылар, журналистар, сәнғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыу матур йолаға әүерелгән.Студенттарҙың танылған кешеләр менән йәнле аралашыуы уларҙың рухын бермә-бер байыта, әҙәбиәткә, сәнғәткә булған  ҡарашын үҫтерә.

Ошо көндәрҙә Сибай институтында билдәле драматург Наил Ғәйетбаев булды һәм  уҡыу йортоноң китапханаһына  әле күптән түгел генә  Башҡортостан  Республикаһының Зәйнәб Биишева  исемедәге ”Китап” нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан  һайланма  әҫәрҙәренең  II томын бүләк   итте. Китапҡа автор шундай һүҙҙәр яҙған:”Урал аръяғы өсөн иң кәрәкле  булған институтҡа, бындағы халыҡ алдында юғары миссия үтәүсе институт китапханаһына һоҡланып, Наил Ғәйетбай. 16  июнь  2020 й. С.Юлаевтың тыуған көнөндә”.Һайланма әҫәрҙәрҙең икенсе томында  Башкортостан, Татарстан, Рәсәй һәм Урта Азия илдәре  театрҙарында ҙур уңыштар менән барған популяр комедиялар  тупланған.

Привет, Винер!