Билдәле драматург Наил Ғәйетбаев Сибай институты студенттары менән осрашты

Сибай институтында билдәле драматург Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев менән осрашыу үтте. Унда педагогика факультетының  башҡорт, рус, сит телдәр бүлеге студенттары ҡатнашты. Беҙ Наил Ғәйетбаевты  күберәге  пьесалар авторы  булараҡ яҡшы беләбеҙ. Уның бөгөнгө тормоштоң киң проблемаларын  сағылдырған пьесалары Башҡортостан, Татарстан Республикаһы театрҙарында ҙур аншлаг менән бара. Әммә  күптән түгел Наил Әсхәт улы  Башҡортостандың 100 йыллығына арнап  «Бабич» исемле күләмле романын тамамланы һәм уны китап уҡыусыларға тәҡдим итте. Осрашыуҙа  һүҙ башлыса ошо роман тураһында, шулай  йәшәү асылы, тормош мәғәнәһе, башҡортлоҡто һаҡлау  кеүек донъяуи  мәсьәләләр  хаҡында   барҙы. Автор  студенттарҙың күп һанлы һорауҙарына яуап бирҙе.Драматургтың китапхана фондында булған  китаптарынан торған күргәҙмә  ойошторолдо. Осрашыуҙы филология фәндәре кандидаты, доцент Гөлкәй Сәмерханова алып барҙы һәм ул йылы шарттарҙа үтте.