Һеҙҙең Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә

Йыл һайын Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Сибай институты  хеҙмәткәрҙәре  ”Һеҙҙең Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә” тигән  саҡырыу аҫтында  уҡыу йортоноң музейында була һәм яу ҡырында ятып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы хәтергә төшөрә. Әйтергә кәрәк,  институт музейында Бөйөк Ватан һуғышы темаһы айырым урынды биләй.Бында 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлына, уның легендар командиры — генерал Шайморатовҡа арнап бай стенд ҡуйылған. Ошонда уҡ  дивизияның Советтәр Союзы Геройы  исеменә лайыҡ булған яугирҙарының исемлеге бирелгән һәм фотоһүрәттәре ҡуйылған. Ватан һуғышы темаһын ”Сибай ҡалаһы  һәм  Урал арьяғы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында” тигән бик бай эстәлекле стенд тулыландыра. Унда ошо төбәктән сыҡҡан яугирҙәр  хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән, һуғыш йылдарында баҫылып сыҡҡан гәзит, фронт яланынан килгән  өсмөйөшлө хаттар  урын алған.

Привет, Винер!