Фәрүәз Рафиҡов : «Беҙ республиканың иң яҡшы уҡыу йортонда белем алдыҡ»

Фәрүәз Рафиҡов — Башҡорт дәүләт университетының  Сибай институтының иҡтисад факультетын тамамлаған, бөгөнгө көндә  «Ҡурай” каналында комментатор. Уҡыған йылдарҙа уҡ  ул Сибай  дәүләт филармонияһында эшләп йөрөй. Бар нәмәгә өлгөрөргә , үҙен һәр яҡтан камиллаштырырға тырыша. “Сибай институтында  һин физик яҡтан да, мәҙәни яҡтан да камил, көслө, рухлы белгес булып сығаһың”, — ти Фәрүәз.

— Хәйерле көн Фәрүәз. Үҙең менән яҡындан танштырып үт әле?

Фәрүәз: Мин Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан булам.Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатта урта белем алдым, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының  Сибай институтында иҡтисад факультетында белем алдым. Уҡыуҙы тамамлағас “Ирәндек” боҙ  һарайында бер йылдан ашыу тренер булдым, аҙаҡ менеджер  булып эшләнем. Институтта уҡыған йылдарҙа уҡ  Сибай  дәүләт филармонияһында эшләп йөрөнөм.

– “Ҡурай” телеканалына нисек килеп эләктең? Берәй конкурс ойошторолған инеме?

Фәрүәз: Миңә был конкурс тураһында  дуҫтарым аша белдем. Шунда уҡ ҡатнашыу теләге уянды, сөнки бындай уй элек тә бар ине. Уйынды башҡортса ҡарағы килә торғайны.

– Ниндәй һынауҙарҙы үтергә тура килде?

Фәрүәз: Мин  “Трактор”  һәм  “Салауат Юлаев” командаларының матчын һайланым, сөнки плей-офф уйындары даими беренселектән айырылып тора. Улар етеҙерәк, ялҡынлыраҡ һәм йөрәкте елкендерә.Тәүге турҙы уңышлы үттем. Икенсе турҙа, уйындарҙы  онлайн  башҡарырға тура килде

-Тура бәйләнештә булғас тулҡынланманыңмы? Тәүге эфир нисек килеп сыҡты?

Фәрүәз: Бер ҙә тулҡынланыу булманы, күптән эшләгән кеүек килеп ултырҙым. Барыһы ла бер тынала үтеп китте. Уйынға алдан әҙерләнеү, статистикаға күҙ һалыу зарур. Комментаторға, ғөмүмән, хоккей менән йәшәү мотлаҡ. Нисек кенә уйынға әҙерләнмә, әгәр хоккейҙы, уйынсыларҙы, яңылыҡтарҙы уйын алдынан ғына ҡарайһың икән, эш барышында бик ауыр буласаҡ.

-Фәрүәз, һин үҙең иҡтисадсы һөнәрен һайлаһаң да , ижади кеше булып сыҡтың. Был ҡайҙан килә ул?

-Фәрүәз: Эйе, мин иҡтисад  белгесе булһам да, студент йылдарында уҡ ижад менән ныҡлап шөғөлләндем. Мин институтҡа  иртәнге  сәғәт һигеҙҙә киләм, киске һигеҙҙә генә ҡайта инем. Бар нәмәгә өлгөрөргә , үҙемде һәр яҡтан камиллаштырырға тырыштым, бының ҡасан булһа ла үҙемә кәрәк буласағын тоя инем. Курсташ егеттәр менән «Нуғай” тигән вокаль ансамбль төҙөп, төрлө концерттарҙа сығыш яһай торғайныҡ. Унда башлыса  билдәле «Ҡарауанһарай” төркөмөнөң йырҙарын башҡара торған инек. Әйткәндәй, ошо шөғөлөм  бик матур  сара уҙғарыуға сәбәпсе булды ла инде. Мин йыл һайын дуҫтарым менән тыуған ауылымда  «Ауылымдың  айлы кистәре” тигән концерт ҡуям. Ауылдаштарым бик ҡыуанып килә был концертҡа. Ә былай, дөйөм алғанда,  Сибай институты студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара. Бөгөнгө көндә  башҡалабыҙҙың һәр тармағында, гәзит-телевидение, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә, иҡтисадта Сибай институтын тамамлаусылар бик уңышлы эшләп йөрөй. Был уҡыу йортонда һин физик яҡтан да, мәҙәни яҡтан да камил, көслө, рухлы белгес булып сығаһың.  Мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ уҡытыусыларыма, хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә.

– Тура эфирға нисек әҙерләнәһең? Был күпме ваҡытты ала?

Фәрүәз: Мин үҙем шәхсән эфирға тиклем бер нисә сәғәт алда төрлө яңылыҡтарға байҡау яһап сығам, интернеттағы спорт сайттарына күҙ һалам. Хоккейсыларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәләрен, төрлө превьюларҙы ҡарайым. Сибайҙағы тренерҙарҙан да кәңәш һорайым, теге йәки был командаға күмәкләп анализ эшләйбеҙ. Мәҫәлән, балалар тренеры Салауат Хәҙит улы Вәлиев – юғары квалификациялы белгес. Ул хоккей буйынса төрлө әсбаптар ҙа тәҡдим итә.

–Матчтарҙан  һуң эшегеҙҙе  анализлайһығыҙмы? Телевидение хеҙмәткәрҙәренән кемдер башҡарылған эште тикшерәме, кәңәштәр бирәме?

Фәрүәз: Уйындан һуң “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, Whatsapp-та көнө-төнө үҙ-ара һөйләшеү, хаталар өҫтөндә эш бара. Әҙәби китаптарҙы яңынан уҡый башлар кәрәк икәнен аңланым. Һүҙлекте байытыр кәрәк. “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева эфир алдынан кәңәштәрен, һуңынан да үҙенең баһаһын бирә. Шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә һүҙенә ҡолаҡ һалам. Әсәйем дә, тел уҡытыусыһы булараҡ, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.

–  Рәсәй спорт каналдары комментаторҙарының тәжрибәһен ҡулланаһыңмы? Уларҙан кем оҡшай, кемгә эйәрергә теләр инең?

Фәрүәз: Миңә үҙебеҙҙең Азамат Моратов, КХЛ-ТВ-нан Олег Мосалёв, Олег Власов, Денис Казанский кеүек комментаторҙар оҡшай. Бигерәк тә Денис Казанский. Бик оҫта, эксперт фекере лә төплө. Яҡташыбыҙ Сергей Ғимаев та оҡшай торғайны, беҙҙең хатта бергә төшкән фоторәсем дә бар. ТНВ-ла ҡайһы тапшырыуҙарҙы ҡараным, бик шәп эш алып баралар.

– Тамашасыларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалаһың? Улар ниндәй етешһеҙлектәрҙе күргән?

Фәрүәз: Әлбиттә, башҡа көйәрмәндәрҙең мөнәсәбәтен белдергәнен көтөп алам. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә уларҙың комментарийҙарын уҡыйым, тәнҡит һүҙҙәренә ҡолаҡ һалам. Маҡтау һүҙҙәре күберәк, шул уҡ ваҡытта ипле рәүештәге иҫкәрмәләр ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, беренсе уйында беҙҙекеләр ҡапҡаһына гол үткәртһә, хоккейсыларыбыҙҙы ныҡ ҡына шелтәләп ала инек. Ә көйәрмәндәр шелтәләмәҫкә, киреһенсә, ҡеүәтләргә тәҡдим иткәс, кәңәштәренә ҡолаҡ һалдыҡ.

– Хоккей терминдарын руссанан башҡортсаға тәржемәләүе һәм ҡулланыуы ауырмы?

Фәрүәз: “Судья” терминының тәржемәһе өҫтөндә бик оҙаҡ уйландым. “Хөкөмсө” тигән вариант бар ине, әммә ул боҙҙа хөкөм итмәй, ә ҡағиҙәләрҙең дөрөҫ үтәлешен тикшерә. Шуға ул һүҙҙе шул килеш ҡалдырҙым.

– Уйын ҡағиҙәләрен  ҡайҙан беләһең? КХЛ-дағы быйылғы үҙгәрештәр менән танышһыңмы?

Фәрүәз: Әлеге лә баяғы Сибайҙа Боҙ һарайында эшләгәс, хоккейҙы электән ҡарағас, бөтә ҡағиҙәләрҙе, регламентты беләм. Судьяның ишараларын да таныйым. Быйылғы хоккей миҙгеле алдынан уйынға күп кенә үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, мәрәйҙәр иҫәпләү системаһы, боҙҙа шайбаны уйынға индереү үтәлеше үҙгәрҙе, ҡапҡасылар хәҙер әгәр уйынды дауам итеп була һәм яҡын-тирәлә дәғүәсе юҡ икән, шайбаны теләһә ҡайҙа туҡтата һәм кәрәк-кәрәкһеҙгә боҙға ҡыҫа алмай.

—  Студенттарға ниндәй теләктәрең булыр?

Фәрүәз: Ҙур маҡсаттар ҡуйырға һәм алға барырға. Спортты яратырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға һәм алға тик алға…

Әңгәмәң өсөн һур рәхмәт, Фәрүәз. Уңыштар һиңә!!!