Фәрүәз Рафиҡов менән осрашыу

13 март Иҫке Сибай мәктәбендә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы уйындарын башҡорт телендә комментариялаусы Фәрүәз Рафиҡов менән осрашыу үтте. Был сарала Сибай институтының педагогика факультеты студенттары ла ҡатнашты.

Фәрүәз үҙе сығышы менән Баймаҡ районы Йәнйегет ауылынан. Сибай гимназия-интернатын, һуңынан БДУ-ның Сибай институтында иҡтисад факультетын тамамлай. Сибай ҡалаһының боҙ һарайында инструктор булып та эшләп өлгөрә. Бала саҡтан ижад, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған егет хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй. Өфө аренаһында ғына түгел, ә БСТ, Ҡурай каналдарында барған төрлө тапшырыуҙарҙы ла алып бара.

Сарала ҡунағыбыҙҙың әсәһе – Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы ла улының уңыштары менән уртаҡлашты. Сара бик ҡыҙыҡлы булды: уҡыусылар, студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, комментатор һөнәренең нескәлектәре тураһында бик күп мәғлүмәттәр алды. Был осрашыу бигерәк тә малайҙарға әһәмиәтле булды, сөнки Фәрүәз уларҙы хоккейсылар тормошо менән яҡынданыраҡ таныштырҙы, спорт менән дуҫ булырға һәм ҡуйған маҡсаттарыңа тоғро булып ҡалырға өндәне.

Г.Н.Казарбаева, Г.Р. Ласынова, педагогика факультеты студенттары

Привет, Винер!