ХӨРМӘТЛЕ ВӘКИЛ ИСМӘҒИЛ УЛЫ!

Башҡорт дәүләт университетының  Сибай институты коллективы   Һеҙҙе  75 йәшлек күркәм юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән   тәбрик итә һәм Һеҙгә иң изге теләктәрен еткерә. Бөтә  йәшәгән ғүмерегеҙ  йәш быуынға фәһем һәм үрнәк булып тора.

Һеҙ Урал аръяғының белем, фән, тәрбиә усағы булған  Сибай  институтын  ойоштороуҙа,  уның  үҙ йөҙөн  булдырыуҙа,  данын, мәртәбәһен  арттырыуҙа  оҙаҡ  һәм намыҫлы эшләгән  ғалимдарыбыҙҙың береһе. Өс тиҫтәнән ашыу йылдар эсендә  Сибай  институты   төбәгебеҙҙең   йәштәренә юғары  белем алырға,  үҙҙәренең  һөнәрҙәрен камиллаштырырға , тормошта  үҙ  урындарын табырға ярҙам   итте. Бынан тыш  Һеҙҙең  атайҙарса аҡыллы кәңәштәрегеҙ, фатихағыҙ менән  башҡорт  теленә, әҙәбиәтенә, сәнғәткә, мәҙәниәткә  мөкиббән  ғашиҡ булған  бер нисә быуын  телселәр, йырсылар, бейеүселәр  үҫеп сыҡты. Уларҙың күптәре бөгөн   фән һәм  мәғариф, белем  биреү  өлкәһендә  уңышлы хеҙмәт итә, Башҡортостан  эстрада сәнғәтендә үҙ урындарын тапты. Беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусылар  илебеҙҙең  башҡа төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә   һөҙөмтәле  эшләп  йөрөй  һәм  үҙҙәренең  нәҡ  Сибай институтында  белем алыуҙары  менән сикһеҙ ғорурланалар.

Һеҙҙең  өлгөлө хеҙмәт юлығыҙ, ныҡлы гражданлыҡ позицияғыҙ, эшлекле сифаттарығыҙ, кешеләргә булған мөнәсәбәтегеҙ  беҙҙең   студенттар  өсөн  төп ориентир булып торҙо. Рәхмәт Һеҙгә барыһы өсөн дә!

Уҡыу йортоноң  бөтә  студенттары, уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре  исеменән  Һеҙгә, хөрмәтле  Вәкил Исмәғил улы  ныҡлы сәләмәтлек  һәм Фиҙәһиә Иҙиәт ҡыҙы  менән  ейән-ейәнсәрҙәр  шатлығын  кисереп оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!Юбилейығыҙ ҡотло булһын !!!

 

Оло ихтирам менән Сибай институты директоры И.С.Хәмитов

Привет, Винер!