Йәшлек гүзәле -2020

ГӨЛШАТ ҒҮМӘРОВА:

Сибай ҡалаһы ҡыҙымын.Ғаиләбеҙҙә өс бала тәрбиәләнә. Әсәйемдең һәм  туғандарыбыҙҙың  күбеһе  уҡытыусы һөнәрен  һайлап, уға  тоғро булыуы мине лә  бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындырҙы. Был хыялым Башҡорт дәүләт университетының Сибай  институтына килтерҙе.

Әле мин педагогика  факультетының бишенсе  курс студентымын. Төркиәт тарихы, үҙенсәлектәре  менән ҡыҙыҡһынам. Сит телдәрҙе яратып өйрәнәм. Халыҡ-ара төрки телдәр буйынса  үткән дистанцион олимпиадала өсөнсө  урын  яуланым.

Журналистика ла ҡыҙыҡһындыра. “Йәш журналист”  республика  конкурсында  ҡатнашам. Шулай уҡ КВН  уйындарын, конференцияларҙы ҡалдырмайым.

Тормошта һәр ваҡыт  ыңғай тулҡында  булырға тырышам. Сөнки, уңыш йылмайған, көләс  йөҙлө  кешеләрҙе  ярата, тип уйлайым.

Киләсәктә сәйәхәт итергә, төрлө  илдә  булырға теләйем. Хыялдар мотлаҡ  тормошҡа аша- мин быға бик ныҡ ышанам!

Привет, Винер!