Сибай институты ғалимы Сәфәрғәли Йәнтүриндың яңы китабы донъя күрҙе

Ошо көндәрҙә Сибай институты профессоры, биология фәндәре докторы  Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүриндың  БР Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан  “Китап” нәшриәтендә “Зоология терминдарының русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлеге” тигән  яңы китабы баҫылып сыҡты.Һүҙлеккә  Ер шарында йәшәгән хайуандар, ҡоштар, балыҡтар һәм башҡа күп һанлы ер-һыу тереклек исемдәре индерелгән һәм уларға аңлатма бирелгән. Һүҙлек дөйөм белем биреү һәм һөнәри уҡыу йорттарын уҡыусыларына, уҡытыусыларына, юғары уҡыу йорттары студенттарына, шулай уҡ йәнле тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

Сәфәрғәли Йәнтүрин — Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөкбир ағзаһы, 200-ҙән ашыу ғилми эштәр, шул иҫәптән 10 монография,12 уҡыу ҡулланмаһы авторы. Сәфәрғәли Искәндәр улының ғилми етәкселегендә тиҫтәгә яҡын уҡыусылары фән кандидатлығына диссертация яҡланы. Фән өлкәһендә уңышлы эшләгне өсөн академик В.И.Вернадский исемендәге миҙал менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған  мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында 1992 йылдан алып эшләй.