Муниципаль депутаттарҙың зона форумы

Хәйбулла районы  үҙәге Аҡъяр ҡасабаһында  муниципаль депутаттарҙың зона форумы булып  үтте.Уның эшендә ошо  төбәктең муниципаль  район хакимиәте башлыҡтары, ауыл биләмә башлыҡтары менән бер рәттән, Башҡортостан Республикаһы  Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Федерацияһы  Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтар ҡатнашты.
Кәңәшмәлә урындағы үҙидараны үҫтереү,уны  артабан камиллаштырыу  мәсьәләләре ҡаралды. Радий Фәрит улы янғындарға ҡаршы көрәштә иң әүҙем булған ирекмәндәрҙе, ҡотҡарыусыларҙы тәбрикләп үтте. Форум эшендә  Сибай ҡала округының 3-сө һайлау округы депутаты, Сибай институты директоры  Илдар Сәлихйән улы Хәмитов та  ҡатнашты.

Привет, Винер!