Наҙгөл Ҡужагильдина — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты

Билдәле булыуынса, Мифтахетдин Акмулла исемендәге стипендия уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән студенттарға тәғәйенләнә. Быйыл Сибай институтында белем алыусы педагогика факультетының 5 курс студенты – Ҡужагилдина Наҙгөл Юныс ҡыҙы ла был  юғары баһаға лайыҡ булды. Наҙгөл иң актив һәм алдынғы студенттарыбыҙҙың береһе . Ул төрки телдәр буйынса үткәрелгән дистанцион халыҡ-ара олимпиадаларҙа, төрлө ғилми конференцияларҙа, шиғырҙар бәйгеһендә һәм республика кимәлендә үткәрелгән ижади сараларҙа йыш ҡатнаша, урындар яулай.
Ҡужагилдина Наҙгөлдө ошо уңышы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алдағы уҡыу йылында ла яңы еңеүҙәр, ижади асыштар теләйбеҙ.
Беҙ һинең  менән ғорурланабыҙ, Наҙгөл!

Привет, Винер!