Педагогика факультетында шағирә Фирүзә Абдуллина менән осрашыу үтте

31 октябрь БДУ-ның Сибай институтында билдәле шағирә Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу үтте. Осрашыу бик йәнле һәм ҡыҙыҡлы булды. Сара башында ҡунағыбыҙ үҙенең тормош юлы тураһында һөйләп үтте. Артабан үҙенең шиғыр китаптары һәм үҙенең ижад емештәре менән таныштырҙы. Студенттар шағирәнең ижад итеү серҙәре менән ҡыҙыҡһынды, айырым шиғырҙарының художестволы эшләнеше, яҙылыу тарихы,  һәм шул шиғырҙарға яҙылған йырҙарға мөнәсәбәте тураһында һорауҙар бирҙе,  уларҙа күтәрелгән проблематика тураһында фекер алыштылар. Бынан тыш, талантлы шағирә йәштәр менән ижад итеү серҙәре тураһында ғына түгел, хәҙерге заманда ниндәй сифаттарға эйә булыу мөһимлеге тураһында ла фекер алышты. Ул йәштәрҙе ҡыйыуыраҡ, әүҙемерәк, әрһеҙерәк булырға саҡырҙы. Уңышлы булыу өсөн уңышлы кешеләр менән аралашырға, уларҙан өлгө алырға, һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алды. Осрашыу аҙағында ҡунағыбыҙ студенттар тарафынан бирелгән үҙенә оҡшаған ике һорауға үҙенең китабын тапшырҙы, башлап ижад итеүселәргә  кәңәштәр бирҙе. Шиғырҙар уҡыу, фекер алышыуға ҡоролған ихлас аралашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.

 

Илсур Сәғитов, педагогика факультетының 3 курс студенты