Проект тамам, әммә эштәр дауам итә

Билдәле булыуынса, 2018 йылда Сибай институтының бер төркөм уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән “Башҡорт әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар” тип исемләнгән проект ил Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бүленгән грантына лайыҡ булды. Проектты тормошҡа ашырыу буйынса бер йыл буйына барған эштәр ошо көндәрҙә тамамланды. Әлеге көнгә проект сиктәрендә башҡорт әҙиптәренең 106 әҫәре яҙҙырылды һәм аудиофайл форматында audiokitap.ru сайтына урынлаштырылды. Билдәле башҡорт әҙиптәренең шиғыр, мәҫәл, поэма, нәсихәт, хикәйә, хикәйәт, нәҫер, новелла, парса, повесть һәм роман жанрында яҙылған әҫәрҙәре башҡорт һәм рус телдәрендә яңғырай.

Әйтергә кәрәк, проект һөҙөмтәләре ҙур социаль эффектҡа эйә булды – йәмәғәтселек, айырыуса йәштәр, аудиоформатағы әҫәрҙәрҙең ҡулланылышта уңайлы булыуын билдәләй. Беренсенән, билдәле авторҙарҙың әҫәрҙәрен оҙон юлда, йә өй эштәре менән мәшғүл булғанда тыңлау – ваҡытты бушҡа сарыф итмәү ысулы булһа, икенсенән, аудиояҙмаларҙы кеҫә телефонына йә иһә планшетҡа күсереп алырға була, был әҫәрҙәрҙе интернет булмаған ерҙә лә тыңлау мөмкинлеген бирә. Өсөнсөнән, проекттың сайты телефон аша ҡулланыу өсөн ҡулайлаштырылған. Дүртенсенән, проекттың сайты ябай һәм аңлайышлы. Был мәктәп уҡыусылары өсөн дә, өлкән йәштәге кешеләр өсөн бик уңайлы.

Проектты тормошҡа ашырыу буйынса эштәр тамамланыу уңайынан институттың төрлө факультет студенттары проектта ҡатнашыусы артистар менән осрашты. Сарала ҡалабыҙҙың А. Мөбәрәков исемендәге башҡорт драма театры артистары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Зифа Ғаяз ҡыҙы Баязитова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Юнир Шәкүр улы Ғәйнуллин һәм Әлфирә Фәйзрахман ҡыҙы Йосопова – ҡатнашты.

Осрашыу барышында институт директоры вазифаһын башҡарыусы А.С. Вәлиев башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыуҙың әһәмиәтен юғары баһалап, ҡунаҡтарҙың был оло эштә күрһәткән ярҙамын билдәләп, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Аҙаҡ аудиокитаптарҙы яҙҙырыу буйынса эште артабан нисек ойоштороу буйынса фекер алышыу булды. Проект тамамланыуға ҡарамаҫтан, һайланған әҙиптәрҙең әҫәрҙәре өҫтәп яҙҙырыласаҡ, башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре буйынса ла аудияҙмалар буласаҡ.

Г.Х. Сәмерханова, проекттың етәксеһе

Оцените материал!
Like
Love
Haha
Wow
Sad
Angry