Сибай институты ғалимдары Бөрйән районы уҡыусылары менән осрашты

Сибай институтында профориентация эше эҙмә-эҙлекле алып барыла.Ошо көндәрҙә тәбиғи-математика факультеты деканы, биология фәндәре докторы Илгиз Варис улы  Һөйөндөков һәм  факультеттың фәнни хеҙмәткәре, биология фәндәре докторы, профессор  Сәфәрғәле Искәндәр улы Йәнтүрин  Бөрйән районының Байназар һәм  Иҫке Собханғол  урта  белем биреү йорттарында булып, мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Унда һүҙ  һөнәр һайлау, бөгөнгө заман талап иткән һөнәргә эйә булыр өсөн  ҡайҙа барырға, ниндәй уҡыу йортон һайларға кәрәклеге хаҡында барҙы. Сығыш яһаусылар Сибай институтының ғәйәт ҙур мөмкинлектәре хаҡында һөйләне, уның  матди-техник базаһы, студенттарҙың уңыштары тураһында төшөрөлгән видеофильм күрһәтте һәм  күргәҙмә материалдар тәҡдим итте. Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы Ғабдулхаев Денисҡа тәбиғи-математика факультеты  тарафынан география буйынса уҙғарылған олимпиадала өсөнсө урын яулағаны өсөн  Диплом тапшырылды. Институт вәкилдәре мәктәп уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған күп төрлө  һорауҙарға яуап бирҙе.