Сибай институты делегацияһы ҡала башҡорттары Ҡоролтайы эшендә ҡатнашты

Балалар ижад йортонда Сибай ҡалаһы башҡорттарының Ҡоролтайы булып үтте. Уның эшендә Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайынан вәкилдәр  һәм  предприятие, ойошма, хеҙмәт коллективтары, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларынан ике йөҙгә яҡын делегат  ҡатнашты. Йыйында  ҡала башҡорттары Ҡоролтайының 2018 йылдағы эш йомғаҡтары,  башҡарма комитетҡа яңы ағзалар алыу һәм июнь айында үтәсәк V Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайына делегаттар һайлау мәсьәләләре тикшерелде. Йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡан милләттәштәребеҙгә башҡарма комитеттың Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.