Сибай институты студенты Фәрүәз Рафиҡов «Ҡурай» телеканалында хоккей буйынса комментатор

Үткән йыл  Башҡортостан телевидениеһы тарихында иҫтәлекле ваҡиға теркәлде. Тәүге тапҡыр «Ҡурай» телеканалында «Салауат Юлаев» хоккей командаһы матчтары тура эфирҙа башҡортса алып барыла башланы. Микрофон алдындағы егеттәрҙең береһе — Сибай институтының сығарылыш студенты  Фәрүәз Рафиҡов.

—Фәрүәз, хәйерле көн. Ҡайһы яҡтан булаһың, үҙең менән яҡындан таныштырып үт әле?

Фәрүәз: Мин Баймаҡ районының Йәнйегет ауылынан булам. Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернатта урта белем алдым, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының  Сибай институтында иҡтисад факультетында белем алдым. Уҡыуҙы тамамлағас «Ирәндек» боҙ  һарайында бер йылдан ашыу тренер булдым, аҙаҡ менеджер  булып эшләнем. Институтта уҡыған йылдарҙа уҡ  Сибай  дәүләт филармонияһында эшләп йөрөнөм.

– Ҡасандан алып «Салауат Юлаев» командаһы көйәрмәнеһең? Ғөмүмән, хоккей менән күптән ҡыҙыҡһынаһыңмы? Үҙең уйнайһыңмы?

Фәрүәз: Үҙебеҙҙең клуб өсөн башланғыс кластарҙан янам, ауылда уҡығанда егеттәр менән урамда хоккей уйнай торғайныҡ. Хатта күрше ауылдан тиҫтерҙәребеҙ менән турнир ойоштора торғайныҡ. Элек бит атрибутика әллә ни һатыуҙа булманы, гәзит-журналдарҙан эмблемаларҙы киҫеп алып, кейемгә йәбештереп йөрөй инек. «Ирәндек» боҙ һарайында ла була торғайны уйындар, ғөмүмән, хоккейҙың нескәлектәренә, уны аңларға мин шунда өйрәндем.

Хоккей матчтарына  йыш йөрөй инеңме?

Фәрүәз: Беҙгә Магнитогорск ҡалаһы яҡын булғас, йышыраҡ шунда йөрөйбөҙ. Унда бөтә Урал аръяғы килеп тула. Арена йәп-йәшел була, беҙҙекеләр өйҙә уйнаған кеүек. Шулай уҡ Ҡазанда, Силәбелә уйындарҙа булғаным бар. Өфөгә лә гел генә барып тора торғайныҡ. Хәҙер инде бөтөнләй шундамын.

– «Ҡурай» телеканалында юлаевсыларҙың матчтарын хеҙмәтләндергән комментаторҙарға конкурс уҙғанын ҡайҙан белдең? Ҡатнашыу теләге нисек тыуҙы?

Фәрүәз: Миңә был конкурс тураһында шағирә Шәүрә Туйсина, «Инстаграм»да һылтанмаһын ебәреп, белдергәйне. Ҡыуанып киттем. Шунда уҡ ҡатнашыу теләге уянды, ләкин бындай уй элек тә бар ине. Уйынды башҡортса ҡарағы килә торғайны.

– Конкурста ҡатнашыусылар тәүге турҙа дәғүәселәргә өс хоккей матчынан ролик тәҡдим ителгәйне. Ниндәйен һайланың һәм ни өсөн?

Фәрүәз: Мин былтырғы плей-офтағы «Трактор» — «Салауат Юлаев» матчын һайланым, сөнки плей-офф уйындары даими беренселектән айырылып тора. Улар етеҙерәк, ялҡынлыраҡ һәм йөрәкте елкендерә.

– Икенсе турға уҙғас, онлайн комментарий башҡарыу мәлендә тулҡынланманыңмы? Бурысты нисек атҡарып сыҡтың?

Фәрүәз: Бер ҙә тулҡынланыу булманы, күптән эшләгән кеүек килеп ултырҙым. Барыһы ла бер тынала үтеп китте. Уйынға алдан әҙерләнеү, статистикаға күҙ һалыу зарур. Комментаторға, ғөмүмән, хоккей менән йәшәү мотлаҡ. Нисек кенә уйынға әҙерләнмә, әгәр хоккейҙы, уйынсыларҙы, яңылыҡтарҙы уйын алдынан ғына ҡарайһың икән, эш барышында бик ауыр буласаҡ.

-Фәрүәз, һин үҙең иҡтисадсы һөнәрен һайлаһаң да , ижади кеше булып сыҡтың. Был ҡайҙан килә ул?

-Фәрүәз: Эйе, мин иҡтисад  белгесе булһам да, студент йылдарында уҡ ижад менән ныҡлап шөғөлләндем. Мин институтҡа  иртәнге  сәғәт һигеҙҙә киләм, киске һигеҙҙә генә ҡайта инем. Бар нәмәгә өлгөрөргә , үҙемде һәр яҡтан камиллаштырырға тырыштым, бының ҡасан булһа ла үҙемә кәрәк буласағын тоя инем. Курсташ егеттәр менән «Нуғай» тигән вокаль ансамбль төҙөп, төрлө концерттарҙа сығыш яһай торғайныҡ. Унда башлыса  билдәле «Ҡарауанһарай» төркөмөнөң йырҙарын башҡара торған инек. Әйткәндәй, ошо шөғөлөм  бик матур  сара уҙғарыуға сәбәпсе булды ла инде. Мин йыл һайын дуҫтарым менән тыуған ауылымда  «Ауылымдың  айлы кистәре» тигән концерт ҡуям. Ауылдаштарым бик ҡыуанып килә был концертҡа. Ә былай, дөйөм алғанда,  Сибай институты студенттарҙың ижади һәләттәрен үҫтереү йәһәтенән ғәйәт ҙур эш башҡара. Бөгөнгө көндә  башҡалабыҙҙың һәр тармағында, гәзит-телевидение, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә, иҡтисадта Сибай институтын тамамлаусылар бик уңышлы эшләп йөрөй. Был уҡыу йортонда һин физик яҡтан да, мәҙәни яҡтан да камил, көслө, рухлы белгес булып сығаһың.  Мөмкинлектән файҙаланып, барлыҡ уҡытыусыларыма, хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәтемде еткергем килә.

– Профессиональ спорт журналисының, шул иҫәптән спорт комментаторының этикаһын  ҡайҙан өйрәндең?

Фәрүәз:  Беҙгә бөтә нәмәне тәфсирләп өйрәттеләр. Уны элек тә әҙме-күпме белә инек, сөнки хоккей ҡарайһың, күҙәтеп бараһың. Азамат Моратов менән һөйләшеп алдыҡ, унан күпте белдек. Мин үҙем элек «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе булдым, институтта ла гәзит мөхәррирләү эшендә эшләнем, шуға күрә ярайһы ғына белем бар ине.

– Тура эфирға нисек әҙерләнәһең? Был күпме ваҡытты ала?

Фәрүәз: Мин үҙем шәхсән эфирға тиклем бер нисә сәғәт алда төрлө яңылыҡтарға байҡау яһап сығам, интернеттағы спорт сайттарына күҙ һалам. Хоккейсыларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәләрен, төрлө превьюларҙы ҡарайым. Сибайҙағы тренерҙарҙан да кәңәш һорайым, теге йәки был командаға күмәкләп анализ эшләйбеҙ. Мәҫәлән, балалар тренеры Салауат Хәҙит улы Вәлиев – юғары квалификациялы белгес. Ул хоккей буйынса төрлө әсбаптар ҙа тәҡдим итә.

–Матчтарҙан  һуң эшегеҙҙе  анализлайһығыҙмы? Телевидение хеҙмәткәрҙәренән кемдер башҡарылған эште тикшерәме, кәңәштәр бирәме?

Фәрүәз: Уйындан һуң «Бәйләнештә» социаль селтәрендә, Whatsapp-та көнө-төнө үҙ-ара һөйләшеү, хаталар өҫтөндә эш бара. Әҙәби китаптарҙы яңынан уҡый башлар кәрәк икәнен аңланым. Һүҙлекте байытыр кәрәк. «Ҡурай» телеканалы етәксеһе Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаева эфир алдынан кәңәштәрен, һуңынан да үҙенең баһаһын бирә. Шулай уҡ башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең дә һүҙенә ҡолаҡ һалам. Әсәйем дә, тел уҡытыусыһы булараҡ, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.

–  Рәсәй спорт каналдары комментаторҙарының тәжрибәһен ҡулланаһыңмы? Уларҙан кем оҡшай, кемгә эйәрергә теләр инең?

Фәрүәз: Миңә үҙебеҙҙең Азамат Моратов, КХЛ-ТВ-нан Олег Мосалёв, Олег Власов, Денис Казанский кеүек комментаторҙар оҡшай. Бигерәк тә Денис Казанский. Бик оҫта, эксперт фекере лә төплө. Яҡташыбыҙ Сергей Ғимаев та оҡшай торғайны, беҙҙең хатта бергә төшкән фоторәсем дә бар. Ҡыҙғаныс, уҙған йыл мәрхүм булды… ТНВ-ла ҡайһы тапшырыуҙарҙы ҡараным, бик шәп эш алып баралар.

Тамашасыларҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалаһың? Улар ниндәй етешһеҙлектәрҙе күргән?

Фәрүәз: Әлбиттә, башҡа көйәрмәндәрҙең мөнәсәбәтен белдергәнен көтөп алам. Төрлө социаль селтәрҙәрҙә уларҙың комментарийҙарын уҡыйым, тәнҡит һүҙҙәренә ҡолаҡ һалам. Маҡтау һүҙҙәре күберәк, шул уҡ ваҡытта ипле рәүештәге иҫкәрмәләр ҙа байтаҡ. Мәҫәлән, беренсе уйында беҙҙекеләр ҡапҡаһына гол үткәртһә, хоккейсыларыбыҙҙы ныҡ ҡына шелтәләп ала инек. Ә көйәрмәндәр шелтәләмәҫкә, киреһенсә, ҡеүәтләргә тәҡдим иткәс, кәңәштәренә ҡолаҡ һалдыҡ.

– Хоккей терминдарын руссанан башҡортсаға тәржемәләүе һәм ҡулланыуы ауырмы?

Фәрүәз: «Судья» терминының тәржемәһе өҫтөндә бик оҙаҡ уйландым. «Хөкөмсө» тигән вариант бар ине, әммә ул боҙҙа хөкөм итмәй, ә ҡағиҙәләрҙең дөрөҫ үтәлешен тикшерә. Шуға ул һүҙҙе шул килеш ҡалдырҙым.

– Уйын ҡағиҙәләрен  ҡайҙан беләһең? КХЛ-дағы быйылғы үҙгәрештәр менән танышһыңмы?

Фәрүәз: Әлеге лә баяғы Сибайҙа Боҙ һарайында эшләгәс, хоккейҙы электән ҡарағас, бөтә ҡағиҙәләрҙе, регламентты беләм. Судьяның ишараларын да таныйым. Быйылғы хоккей миҙгеле алдынан уйынға күп кенә үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, мәрәйҙәр иҫәпләү системаһы, боҙҙа шайбаны уйынға индереү үтәлеше үҙгәрҙе, ҡапҡасылар хәҙер әгәр уйынды дауам итеп була һәм яҡын-тирәлә дәғүәсе юҡ икән, шайбаны теләһә ҡайҙа туҡтата һәм кәрәк-кәрәкһеҙгә боҙға ҡыҫа алмай.

— Ниндәй хоккейсыларҙан юлаевсыларҙың старт составын төҙөр инең?

Фәрүәз: Миңә ҡалһа, ҡапҡасы элекке юлаевсыларҙан Эрик Эрсберг булыр ине, һаҡсылар – Виталий Прошкин, ул минең иң яратҡан уйынсым, Мирослав Блатяк. Һөжүм итеүселәр – Михал Микеска – Сергей Зиновьев – Игорь Волков. Команданы барыбер ҙә үҙебеҙҙең хоккейсыларҙан туплар инем.

– Нисек уйлайһың, беҙҙең әлеге команда миҙгел һуңында ниндәй уңышҡа өлгәшер? Состав көслөмө һинеңсә?

Фәрүәз: Быйыл беҙҙең команда көсәйҙе тип уйлайым, Юха Метсола ҡапҡасылар мәсьәләһен хәл итте. Оҫтараҡ һаҡсылар килде. Күпселек, аҙсылыҡ бригадаларында көслөрәк уйынсылар тупланды. Үҙәк һөжүм итеүселәр былтырғыға ҡарағанда шәберәктәр. Еңеү яулау өсөн бөтәһе лә бар. Көнсығышта беҙ иң көслөләре, кубок беҙҙеке булырға тейеш.

 

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА әңгәмәләште.