Сибай институтында башҡорт теле көнөнә арнап интеллектуаль уйын уҙғарылды

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында филология декадаһы сиктәрендә башҡорт теле көнөнә арнап  «Мин телемде яратам»  тип исемләнгән интеллектуаль уйын үткәрелде. Сарала  1-5 курс студенттары  ҡатнашты.  Командалар бер-береһен исемдәре, девиз, йыр һәм  шиғыр юлдары менән сәләмләне. Сараның маҡсаты — башҡорт телендә яҡшы һөйләшеү, фекереңде асыҡ, теүәл  итеп әйтеү, башҡорт әҙәбиәтен, сәнғәтен, мәҙәниәтен  яҡшы белеү. Шуға ла  ярышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең белемдәрен күрһәтеп, командаға мөмкин тиклем күберәк мәрәй  йыйырға тырышты.
Интеллектуаль уйындан тыш, бәйгелә  шиғыр һөйләүселәр ярышы ойошторолдо. Бында  педагогика факультеты студенты  Фәиз Үҙәнбаевҡа етеүсе булманы. Ул Башҡортостандың  халыҡ  шағирҙары Мостай Кәрим, Рауил Бикбаев, Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен  бик оҫта итеп башҡарҙы.  Ярыш һуңында дөйөм командалар һәм айырым номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде.

Беренсе урын — 5 курс  студенттарынан торған «Мортаза балалары», икенсе урын — 3 курстың «Әпипәләр» командаһына, өсөнсө урын — 2 курс  студенттарының «Бөтөрбай һәм бөтөрбикәләр» командаһына бирелде.

«Иң белемлеләр» номинацияһында  «Фәннуниктәр командаһы», «Иң зирәк» номинацияһы буйынса  Илсур Сәғитов, «Оригиналь сығыш» номинацияһында «Башҡорт ҡыҙҙары», «Иң белемле» номинацияһында  Баймөхәмәтова Зөлхизә, «Иң зирәктәр» номинацияһында «Бөтөрбай һәм бөтөрбикәләр» еңеүсе тип табылды.