Сибай институтында уҙған 2020 йылдың йомғаҡтары барланды

Сибай институтында уҙған 2020 йылдың йомғаҡтары барланды. Уның эшендә уҡытыусылар, студенттар, шулай уҡ Сибай ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Әхмәдулла ҡыҙы Ишемғолова ҡатнашты.Үҙенең сығышында институт директоры, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы Вәлиев өлгәшкән уңыштарҙы барланы һәм коллективтың тыныс, ижади шарттарҙа эшләүен билдәләп үтте. Азат Сәлимйән улы бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне, халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашҡан студенттарға сертификаттар бирҙе. Гүзәл Әхмәдулла ҡыҙы намыҫлы хеҙмәте һәм белем биреү өлкәһендәге тырышлыҡтары өсөн бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә ҡала хакимиәте башлығының Маҡтау Грамоталарын тапшырҙы

Привет, Винер!