Сибай институтының «Ыстағәфирулла» командаһы Ҡазанда уңышлы сығыш яһаны

Хәбәр итеүебеҙсә, Сибай институтының “Ыстағәфирулла ” командаһы Ҡазанда ТНВ каналы ойошторған “ТВ-шоу”  КВН уйындарында уңышлы сығыш яһап, сентябрь айында үтәсәк икенсе турға саҡырыу алды. Ҡазан телерадиокампанияһы ойошторған был сарала Мәскәү, Түбәнге Новгород һәм башҡа төбәктәрҙән  барлығы ҡырҡҡа яҡын команда ҡатнаша. “Ыстағәфирулла ” командаһы Башҡортостан намыҫын  ышаныслы яҡлай. Быларҙан тыш беҙҙең команда Ҡаҙағстандың башҡалаһы Астанала  үтәсәк  Халыҡ-ара КВН уйындарында ҡатнашыу өсөн дә саҡырыу ала. Егеттәргә уңыштар теләйек!