Тәбиғәтте яратам!

“Башҡортостан” гәзитенең бөгөнгө һанын Урал  аръяғының һоҡланғыс тәбиғәте биҙәй. Был эштәрҙе Сибайҙа тыуып үҫкән Нәзилә Кәримова ебәргән. Ул үҙенең  ҡалаһындағы медицина колледжын тамамлап, бөгөн Башҡорт  дәүләт университетының  Сибай институтында  белем алыуын дауам итә. Эле тыуған ҡалаһында  Дентал  стоматологик  клиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. “Эшемде бик яратам, кешеләргә йылмайыу бүләк итәбеҙ, тормошта ла һәр саҡ йылмайып йәшәйек!” ти Нәзилә Кәримова.

Привет, Винер!