Уҡыу йорто китапханаһында Ғаилә йылына арналған күргәҙмә эшләй

Сибай институты китапханаһының  уҡыу залында Ғаилә йылына бағышланған «Ғаиләм — ҡәлғәм» тип исемләнгән күргәҙмә ойошторолған. Унда ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, балаларҙың ижади эшмәкәрлектәрен камиллаштырыу,  ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе  үҫтереү, көйләү, йәш быуынды рухи хазинабыҙ нигеҙендә тәрбиәләү темаларына арналған бик ҡыҙыҡлы материалдарҙы табырға мөмкин. Күргәҙмә кәштәһендә  шулай уҡ  Башҡортостан Республикаһында сыҡҡан һәм халыҡ яратып уҡыған   «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар», «Тамаша» журналдары, башҡорт ғаиләһе тураһында яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ Гүзәл Ситдикова, Әсхәл Әхмәтҡужа, Ҡадир Әлибаевтың китаптары урын алған. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ.