“Ватандаш” журналында Сибай институты доценты Фуат Сөләймәновтың мәҡәләһе донъя күрҙе

“Ватандаш” журналының алтынсы һанында Сибай институты доценты, тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәновтың  “Байрамғол ауылы мәҙрәсәһе” тигән күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе.Был мәҡәләлә Учалы районы Яңы Байрамғол ауылы мәҙрәсәһенең барлыҡҡа килеүе, үҫеш тарихы биттәрен байҡау маҡсат итеп ҡуйыла.Теманы өйрәнергә  алдынғы ҡарашлы шәхес,  философия фәндәре докторы Гүзәл Булат ҡыҙы Вилдәнова тәҡдим итә.

Башҡорт ауылдарында  урта быуаттарҙан алып совет осорнона тиклемге ғәйәт ҙур арауыҡта халыҡҡа белем һәм тәрбиә нурын таратып килгән мәҙрәсәләр  тарихы әлегәсә тейешле кимәлдә өйрәнелмәгән.Мосолман уҡыу йорттарының башлыса  билдәлелек алғандары ғына яҡтыртылған. Мәҡәлә Башҡортостанда мәҙрәсәләр эшмәкәрлеге, Байрамғол ауылы  мәсетенең барлыҡҡа килеүе, ауылдың имамдары һәм мөғәллимдәре  тигән бүлектәрҙән тора. Журналдың июнь айы сығарылышы менән тулыһынса уҡыу йортоноң китапханаһында танышырға мөмкин.

институттың матбуғат хеҙмәте

Привет, Винер!