Ветерандар менән осрашыу

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү нимәнән башлана? Нисек үҙ илен, телен һөйгән, халҡының тарихи үткәнен белгән һәм ихтирам иткән йәштәр тәрбиәләргә? Был сифаттарҙы тәрбиәләү тәү сиратта йәштәргә тарихи ысынбарлыҡты теүәл еткереүгә ҡайтып ҡалалыр. Был йүнәлештә беҙҙең уҡыу йортонда маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле эштәр алып барыла. Уҡыу

пландарында дөйөм ил тарихы менән бер рәттән Башҡортостан тарихы курстары ла ҡаралған. Шулай уҡ тарихи ваҡиғаларҙың тере шаһиты булған арҙаҡлы шәхестәр менән осрашыуҙар ҙа булып тора. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Сибай институтында шундай осрашыуҙарҙың береһе булып үтте.

Студенттар Фрунзе Һиҙиәт улы Исрафилов, Рәшит Хәйҙәр улы Иҙрисов, Шөғәйеп Ғүмәр улы Усманов һәм Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтов менән осрашты. Ҡунаҡтар үҙҙәренең сығышын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейына бәйле башланы, ул дәһшәтле йылдарҙа илдең ниндәй юғалтыуҙар кисереүе тураһында һөйләне. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр тормошто һүрәтләп, ҡунаҡтар йәштәрҙе тарихты өйрәнергә, ирекле тыныс тормош өсөн ниндәй юғары хаҡ түләнгәнен онотмаҫҡа саҡырҙы.

Илдең киләсәге ниндәй булыуы, нисек үҫешеүе йәштәрҙән тора. Шуға күрә йәштәрҙең юғары маҡсаттар ҡуйып, белем алып, илгә, халыҡҡа фиҙәҡәр хеҙмәт итеүен теләйбеҙ!

 

Г.Х. Сәмерханова, педагогика факультеты доценты

 

 

Оцените материал!
Like
Love
Haha
Wow
Sad
Angry