Главная Мероприятия Участие во Всероссийской конференции

Участие во Всероссийской конференции

7 октябрь көндө Сибай институтының педагогика факультеты студенттары Вәлиева Гөлдәр, Ғүмәрова Гөлшат уҡытыусыбыҙ Ласынова Нәйлә Азамат ҡыҙы етәкселегендә баш ҡалабыҙҙың М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия университетына конференцияға барып ҡайттыҡ. Был конференция арҙаҡлы шәхесебеҙ, халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһында булдырылған барлыҡ наградаларға лайыҡ булған Ноғман Сөләймән улы Мусиндың 85 йәшлек юбилейына арналды.
Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен уҡымаған кеше юҡтыр ул. Уның мауыҡтырғыс, проблематик яҡтан әле лә актуаль мәсьәләләр менән һуғарылған, рухи яҡтан фәһемле әҫәрҙәре, әлбиттә, береһен дә әҙәбиәткә битараф ҡалдырмай. Н. Мусин кеүек яҙыусылар, китап уҡыусыларҙа әҙәбиәткә һөйөү уята тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ. Яҙыусы күптәргә билдәле булған «Һуңғы солоҡ», «Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Йыртҡыс тиреһе» һәм башҡа бихисап ижад емештәре аша таныш. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бик шаян, алсаҡ йөҙлө, мөләйем күңелсәк кенә ҡарт. Уға 85 йәш биреп тә булмай, әйтерһең дә уға 60! Юбилярҙы ҡотлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогика университетының ректоры, педагогика фәндәре докторы Әсәҙуллин Рәил Мирвай улы һәм бик күп ҡунаҡтар сығыш яһаны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Н. Мусинға тағы ла бер «Ал да нур сәс халҡыңа» исемле награда тапшырыҙы. Хөрмәт йөҙөнән уны ҡотлап Татарстандан, Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҙә килгәндәр. Улар ҙа яҙыусыға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, уның емешле ижадына, тырыш хеҙмәт юлын үткәненә һоҡланыуҙарын еткерҙеләр. Ә беҙ – студенттар, уның ижадына, тормош юлына бәйле төрлө һорауҙар бирҙек. Әҙип һорауҙарға төплө итеп, еренә еткереп яуап бирҙе.
Пленар ултырыштан һуң беҙ яҙыусының ижады буйынса сығыш яһарға секцияларға таралыштыҡ. Секция барышында айырыуса топонимика, Орхон-Йәнәсәй яҙмалары, яңы ФГОС талаптарына ярашлы дәрестәрҙе ойоштороу темалары буйынса докладтар ҡыҙыҡлы булды. Үҙебеҙгә фәһем алып, ҡайһы бер ерҙәрҙә өҫтәлмә эшләргә, ғилми эш менән шөғөлләнеүҙең кәрәклегенә төшөнөп ҡайттыҡ беҙ был сәфәрҙән. Ситтә үткәрелгән шундай ҙур конференцияла тәү тапҡыр ҡатнашыуыбыҙ беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Шуның өсөн дә беҙ институтыбыҙ администрацияһына, ғилми етәкселәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Гөлдәр Вәлиева, Башҡорт – русбүлегенең 3 курс студенты
                                 
                                                                                                                                            

Главная Мероприятия Участие во Всероссийской конференции

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов