Главная Мероприятия Сибай институты студенттары сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алды

Сибай институты студенттары сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алды

31 октябрь Сибай институтында сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу сараһы үтте. Уҡыу йортоноң педагогика һәм технология факультеттары студенттары ҡатнашлығында ойошторолған сараны асып, башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Г.Х. Сәмерханова ил тарихында “өлгөлө ҡанһыҙлыҡ йылдары” тип нарыҡланған заман тураһында һөйләне.
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 1974 йылдың 30 октябре иҫтәлегенә һайлана: тап ошо көндә Мордовия һәм Пермь лагерҙары тотҡондары СССР-ҙа үткәрелгән сәйәси золомға ҡаршы аслыҡ иғлан итә. Официаль рәүештә был көн РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡарары менән 1991 йылдың 18 октябрендә ҡабул ителә.
1917 йылдарҙан 1980 йылдар башына тиклем алып барылған ҡанлы сәйәсәт илдә ҡара ҡойон булып үтә. Был йылдарҙа миллионлаған кешеләр репрессиялана, хеҙмәт лагерҙарына, һөргөнгә оҙатыла, атыла һәм аҫыла. Был ҡанһыҙ сәйәси сараларҙың юғары нөктәһе 1937-1938 йылдарға тап килә.
Официаль мәғлүмәт буйынса ошо ике йылда ғына сәйәси ғәйепләү буйынса 1,5 миллион кеше ҡулға алына, 1,3 миллион кеше суд органдарынан тыш хөкөм ителә, 700 кеше атыла. Совет кешеһенең көндәлек тормошона “халыҡ дошманы” тигән төшөнсә индерелә. Политбюроның 1937 йылдың 5 июлендә ҡабул иткән ҡарары буйынса был ҡурҡыныс мөһөр баҫылғандарҙың ҡатындарын 5-8 йылға лагерҙарға, балаларын НКВД колонияларына, йә булмаһа махсус балалар йортона оҙатырға ҡушыла.
Репрессиялар хәрби хеҙмәттә булғандарҙы ла урап үтмәй: армияның 45% команда составы “таҙартыла”. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әсиргә алынғандар, Германияға эшкә ебәрелгәндәр һәм ҡамауҙа ҡалғандар репрессиялана, 994 мең хәрбиҙән 157 меңе атыла. Фронтта ил һаҡсыларының артынан “дезертирҙарҙы” язалаусы махсус армия бара.
Сталин ил башында булғанда 3,5 миллион кеше милли сығышы буйынса сәйәси золом ҡорбаны була. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк айырым халыҡтарҙы ҡыуыу башлана. Поляктар, бүрәттәр, ҡалмыҡтар һәм башҡа халыҡтар депортациялана. Был тотош 14 милләткә һәм өлөшләтә 48 милләткә ҡағыла.
Бына ошо ҡанлы тетрәндергес ваҡиғаларҙы иҫкә алғандан һуң, педагогика факультетының 2 курс башҡорт-рус бүлеге студенттары шиғри юлдар аша үткәндәрҙе онотмаҫҡа саҡырҙы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шул шанлы йылдар тураһында яҙылған “Табыныу” поэмаһын уҡыны.
Студенттар, сарала ҡатнашыусылар тарафынан “Исемдәрҙе ҡайтарыу” (“Возвращение имен”) тип аталған үҙенсәлекле акция ла үткәрелде: золом ҡорбаны булған, нахаҡҡа ғәйепләнеп, атып үлтерелгән, конц.лагерҙарға оҙатылған башҡорт, рус һәм башҡа халыҡ яҙыусыларының, шағирҙарының, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, алдынғы ҡарашлы зыялыларының исемдәре аталды: Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшина, Төхфәт Йәнәби, Имай Насыри, Булат Ишемғол, Мәхәмәтша Буранғолов, Мәжит Дәүләтбаев, Ильяс Йәншөғөров, Әбдерәүеф Фитрат, Кәбир Туйкин, Фазыл Туйкин, Әхмәт Байтурсынов, Платон Ойунский, Борис Васильев, Павел Васильев, Николай Гумилёв, Николай Заболоцкий, Осип Мандельштам, Анна Ахматова, Марина Цветаева һ.б. Исемдәре яңғыраған шағир-яҙыусыларҙың икәүһенә – Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәм Һәҙиә Дәүләтшинаға – институттың билдәле шәхестәр аллеяһында бюст ҡуйылған. Студенттар, уларҙың ауыр тормош юлын иҫкә төшөрөп, бюстарына сәскә һалды.
Киләсәктә ил тарихындағы ҡанлы ваҡиғалар ҡабатланмаһын өсөн, улар тураһында киләсәк быуынға еткереү – һәр замандаштың изге бурысы, сөнки тарих бөгөнгө көндән башлана.

Г.Х. Сәмерханова, башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы
                           

Главная Мероприятия Сибай институты студенттары сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алды

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов