Главная Мероприятия Фәһемле осрашыуҙар үтте

Фәһемле осрашыуҙар үтте

Үткән аҙна педагогика факультеты студенттары өсөн фәһемле осрашыуҙарға, сараларға бик бай булды. 22 ноябрь беҙҙең студенттар профессиональ боксер, WBO NABO версияһы буйынса чемпион титулына эйә булыусы, кикбоксинг буйынса донъя чемпионы Хәбир Ғибәҙәт улы Сөләймәнов менән осрашты.
“Бөркөт” спорт комплексында үткән мастер-класта халҡыбыҙҙың данын сит илдә лә танытҡан боксер студенттарҙың, йыйылған ҡунаҡтарҙың спорт, бокс, кикбоксинг буйынса һорауҙарына яуап бирҙе. Хәбир Сөләймәнов үҙенең чемпион булырға хыялланыуы, спорт менән шөғөлләнә башлауы, ҙур спортҡа килеүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Уның Донъя чемпионы исеменә лайыҡ булыу хыялының тормошҡа ашыуы нигеҙендә үҙ-үҙенә талапсанлыҡ, туҡтауһыҙ күнекмәләр, ҙур рухи көс ята. Тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ аша ул үҙ маҡсатына ирешә. Бөгөнгө көндә боксер республикабыҙҙа спортты үҫтереү, атап әйткәндә, Олимпия уйындарының классик уйын төрө булған бокс буйынса донъя чемпиондарын әҙерләү буйынса ҙур эштәр башҡара. Ул – Өфө ҡалаһында асылған бокс залында тренер. Билдәле боксерға мастер класс үткәреү өсөн ниңәлер “Бөркөт” спорт комплексының махсус күнекмәләр залы түгел, ябай спорт залы билдәләнгән ине. Ойоштороусылар тарафынан тейешле шарттар тыуҙырылмау сәбәпле ҡунаҡ бокс алымдарын күрһәтә алманы.
Хәбир Сөләймәнов беҙгә “Башгизхан” исемле тарихи роман авторы булараҡ та билдәле. Аҙаҡ студенттар боксер менән ошо китаптың презентацияһында осрашты. Был осрашыуҙа иһә һүҙ күберәк әҫәр, уның идея-тематик йөкмәткеһе, тарихи нигеҙе тураһында барҙы. Бынан тыш студенттар Хәбир Сөләймәновтың киләсәккә пландары, “Нелегал” фильмын төшөрөү буйынса һорауҙар бирҙе, хәҙерге замандың актуаль проблемаларына ҡарашы менән ҡыҙыҡһынды. Рәсәйҙә генә түгел сит илдә лә танылыу яулаған билдәле шәхес менән осрашыу ҡыҙыҡлы ла фәһемле булды.
   

23 ноябрь Сибай институтында йәш яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте. Йәш ижадсы сығышы менән Белорет районының Абҙаҡ ауылынан. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлаған. Уның “Ҡалдырма, әсәй!” исемле китабы, ике тапҡыр ҙур тираж менән донъя күреп, 2013 йылда Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән VIII “Иң яҡшы китап” конкурсында еңеп сыға. Әҫәр 8 телгә (рус, татар, үзбәк, әзербайжан, сыуаш, ҡаҙаҡ һ.б.) тәржемә ителгән. Яҙыусының ошо арала “Әкиәтһеҙ бала саҡ” тип исемләнгән икенсе китабы донъя күрҙе, ул “Ҡалдырма, әсәй!” автобиографик повесының дауамы булараҡ яҙылған. Осрашыуҙың төп маҡсаты ошо ике әҫәр буйынса фекер алышыу һәм авторҙың ижад лабораторияһы менән танышыу ине.

Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу йәнле аралашыу формаһында барҙы. Студенттар һәм ҡунаҡтар әҫәрҙәрҙең яҙылыу маҡсаты, уларҙың прототиптары, сюжетта ысынбарлыҡ менән художестволы уйҙырма нисбәте тураһында ҡыҙыҡһынды. Авторҙың киләсәккә пландары, уй-хыялдары, тағы ниндәй темаларға мөрәжәғәт итергә уйлауы тураһында һорашты. Йәш яҙыусы бирелгән һәр һорауға ихлас яуап бирҙе, тормошонан ҡыҙыҡлы, көлкөлө хәлдәр менән бүлеште.

Билдәле булыуынса, быйыл Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәре буйынса “Хыялға ҡаршы” тип исемләнгән спектакль (ҡуйыусы режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев) ҡуйылды. Был тамаша Бүрәт Республикаһының Улан-Удэ ҡалаһында үткән «Алтан сэргэ» Халыҡ-ара театр фестивалендә ҡатнашып, ике номинацияла еңә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҙыусы аша М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры етәкселегенә уларҙы Сибайҙа ла көтөүҙәре тураһында сәләм дә юлланы.

Айгиз Баймөхәмәтов та үҙенең сығыштарында студенттарҙы ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ныҡышмал, тырыш булырға саҡырҙы. Хыялыңа тоғро ҡалыу бар тормош ауырлыҡтарын еңеп сығыуға көс бирә, ҡанат ҡуя!
Г.Х. Сәмерханова, Сибай институтының башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы
   

Главная Мероприятия Фәһемле осрашыуҙар үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов