Главная Мероприятия Шәхестәрен ҙурлаған халыҡ үҙе бөйөк

Шәхестәрен ҙурлаған халыҡ үҙе бөйөк

Башҡорт халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, “Шәхестәрен ҙурлаған халыҡ үҙе бөйөк”. Институтта халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен ҙурлауға, уларға хөрмәт тәрбиәләүгә ҙур урын бирелә. Билдәле шәхестәр менән үткәрелгән төрлө осрашыуҙар, ҡәҙер һәм хәтер кисәләре быға ҡеүәт.

Педагогика факультетының башҡорт филология кафедраһы тарафынан иғлан ителгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһының да төп маҡсаты халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен иҫкә алыу, уларҙың тормош юлы миҫалында тәрбиә биреү, ижадтары менән таныштырыу тип билдәләнде. Декада сиктәрендә М. Аҡмулла, М. Мортазин, Н. Асанбаев, Ә. Таһирова, Х. Ғиләжев һәм З. Биишева кеүек билдәле шәхестәрҙең юбилей даталарын билдәләү ҡаралған.

Декаданы асыу тантанаһы уңайынан Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тәүгеләрҙән булып С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булыусы З. Биишева бюсына сәскә һалыу ойошторолдо. Башҡорт филология кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Нәйлә Азамат ҡыҙы Ласынова программа менән таныштырҙы.

Аҙаҡ З. Биишева һәм Ә. Таһирова ижадына арналған шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Сығыштарҙы башҡорт филология кафедраһы уҡытыусылары баһаланы. Был конкурста төрлө факультеттан студенттар әүҙем ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса I урынды педагогика факультетының II курс студенты Ғәбитова Рүзилә яуланы. Ошо уҡ факультеттың I курс студенты Сыңғыҙова Гөлфиәнең сығышы II урынға лайыҡ булды. III урынды технология факультетының I курс студенты Ҡаскынов Ильяс алды.

Бынан тыш ҡайһы бер ҡатнашыусылар сығыштарын видеояҙма формаһында ла тәҡдим итте. Бындай сығыштарҙы жюри айырым баһаланы. Улар араһында I урынды технология факультетының II курс студенты Халикова Фаягөл яуланы. II урынға шул уҡ факультеттан II курс студенты Төхвәтуллин Руслан сыҡты. III урынды ла технология факультеты студенттары Рахманғолов Урал (I курс), Трубҡолов Илүс (I курс) һәм Әйүпова Камила (II курс) бүлеште.

Шулай уҡ жюри ағзалары педагогика факультетының II курс студенттары Мырҙаҡаева Мәҙинә, Ҡарасурина Гөлиә, Сәғитов Илсур, Ғүмәрова Гөлшат һәм I курс студенты Янбаева Наҙгөлдөң сығыштарын айырым билдәләп үтте.

Педагогика факультеты студенттары Йәрмөхәмәтова Динара, Ҡоләмбәтова Зөбәйҙә һәм Арыҫланбаева Әлфиә башҡарыуындағы йырҙар сараға йәм өҫтәне. Ҡыҙҙар З. Биишева шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы.

Шулай итеп, декада сиктәрендә ойошторолған беренсе сара фәһемле лә, күңелле лә үтте.

Педагогика факультетының II курс студенттары Ишмөхәмәтова Рүзәлиә һәм Мәмбәтова Айгөл
   

 

Главная Мероприятия Шәхестәрен ҙурлаған халыҡ үҙе бөйөк

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов