Главная Мероприятия «Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары» презентацияһы

«Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары» презентацияһы

24 ноябрь ҡала музейында «Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары» йыйынтығының (өсөнсө сығарылыш) презентацияһы үтте. Йыйынтыҡта ғалимдарҙың, этнографияны өйрәнеүсе белгестәрҙең, музей хеҙмәткәрҙәренең,тирә-яҡты өйрәнеүселәрҙең, студенттарҙың һәм уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы мәҡәләләре урын алған. Авторҙар Сибай ҡалаһынан ғына түгел, Сорғот, Өфө ҡалаларынан, Башҡортостандың Саҡмағош, Баймаҡ, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан да вәкилдәр бар. Башҡорт дәүләт университетының Сибай (филиал) институтының педагогика һәм технология факультеттары студенттары сарала бик әүҙем ҡатнашты. Башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары, филология фәндәре кандидаттары Латыпова Рида Марс ҡыҙы, Ласынова Нәйлә Азамат ҡыҙы, Сәмерханова Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы етәкселегендә йыйынтыҡта студенттарҙың 14 мәҡәләһе баҫтырылды. Үҙҙәренең мәҡәләләре менән Сибай институтының түбәндәге студенттары сығыш яһаны: Баязитова Ә. “Асыл менән күңел асыла”, Вәлиева Г. «С.И. Йәнтүриндың ғилми эшмәкәрлеге», Ғиниәтов У. «Әбйәлил районы ер-һыу атамалары тураһында», Ғүмәров А.«Баймаҡ районы Өмөтбай ауылы эргәһе ер-һыу атамалары », Иҙрисов Р. “Баймаҡ районы Ишей ауылы эргәһе ер-һыу атамалары тарихы”, Ҡасҡынбаев И. «Бөрйән районы ер-һыу атамалары», Сәғитов И. «Илдус Ҡасим улы Бүләковтың фәнни эшмәкәрлеге».
Осрашыуға бик күп ҡунаҡтар,ҡаланың хөрмәтле вәкилдәре йыйылған ине.Оло һәм йәш быуындың күҙгә күҙ осрашыуы һәр кемдең күңелендә яҡты эҙ ҡалдырыуына иманым камил. Сара бик йылы ижади мөхиттә үтте, үҙебеҙҙең йәшәү ҡумтаһын тағы ла бер онотолмаҫлыҡ хәтирә менән байыттыҡ. Кисә аҙағында ҡатнашыусыларға музей буйлап экскурсия ойошторолдо.

Ә.Баязитова, Сибай институты педагогика факультетының 4 курс студенты
                     

Главная Мероприятия «Сибай музейының крайҙы өйрәнеү яҙмалары» презентацияһы

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов