Главная Мероприятия Телем минең - яҙмышым

Телем минең - яҙмышым

30 ноябрь башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһы сиктәрендә «Даръя» ғилми-лингвистик клубы ағзалары тарафынан «Телем минең - яҙмышым»  темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Был сара Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл тулыуға, уның башҡорт тел ғилеменә индергән өлөшәнә һәм бөгөнгө башҡорт теле яҙмышына арналды.
Түңәрәк өҫтәл атаҡлы ғалим, талантлы яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормош юлы һәм ижады менән танышыуҙан башланып китте. Педагогика һәм технология факультеты студенттары докладтар менән сығыш яһап, Жәлил Кейекбаевты педагог, ғалим-лингвист, яҙыусы, тәржемәсе, ҡобайырсы-сәсән булараҡ танытты.
Артабан түңәрәк өҫтәл артында хәҙерге башҡорт теле яҙмышына ҡағылышлы проблемалар асыҡланды, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды. Әңгәмә барышында башҡорт теленең киләсәге, үҙ телеңдә һөйләшеүҙән оялыу, телде һөйөүҙә ата-әсәнең роле тураһындағы һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр, уларға  йәш быуындың ҡарашы  тураһында һүҙ алып барылды.
Сараны йомғаҡлап, башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусылары бик фәһемле һүҙҙәр әйттеләр. Ғөмүмән, сара күптәрҙе уйға һалды. Беҙ, киләсәк быуын вәкилдәре, илебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе белергә, хөрмәтләргә, яратырға һәм артабан үҫтерергә тейешбеҙ.
Ғәбитова Рүзилә, педагогика факультетының 2-се курс студенты

                                
                                
                                

Главная Мероприятия Телем минең - яҙмышым

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов