Главная Мероприятия “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” йәки хәҙерге заман ир-егеттәренең ғаиләлә һәм йәмғиәттә тотҡан урыны (2)

“Ҡайҙа һин, Гөлниса?” йәки хәҙерге заман ир-егеттәренең ғаиләлә һәм йәмғиәттә тотҡан урыны (2)

Билдәле булыуынса, институтта педагогика факультетының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы тарафынан иғлан ителгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте декадаһы бара. Декада сиктәрендә ошо арала тыуған көндәрен үткәргән, йәки ошо арала тыуыуҙарына күпмелер йыл үткән әҙиптәр ҙурлана. Уларҙың тормош юлы һәм ижады буйынса төрлө әҙәби-мәзыкаль кисәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар, ижади эштәр конкурсы үткәрелә.
Ошо арала Башҡортотсандың халыҡ яҙыусыһы, республикабыҙҙың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты З. Биишеваның тыуыуына ла 108 йыл тула. Шул уңайҙан 5 декабрь яҙыусының “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” повесы буйынса һөйләшеү үтте.
Һөйләшеү үҙәк телевидениела барған “Пусть говорят” телетапшырыуы формаһында ойошторолдо. Сараны филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерхәнова үҙе алып барҙы. Студияға әҫәрҙең төп геройҙары – карьера тип ғаиләһен онотҡан, эшенә күрә ир-егет фиғеленә ингән Гөлниса, был арҡала өйҙәге бөтә эштәрҙе үҙе алып барырға тейеш булған ире Сафый, бай, етеш тормошта йәшәргә хыялланған ҡыҙҙары Гүзәл саҡырылған ине. Ролдәрҙе педагогика факультетының башҡорт-рус бүлегенең 3 курс студенттары Динара Йәрмөхәмәтова, Зәлиә Салихова һәм 1 курс студенты Тимур Кейекҡужин ихлас башҡарҙы. Бында әҫәрҙә генә түгел, хәҙерге заманда ла актуаль булған проблемалар күтәрелде. Педагогика факультеты студенттары һәм тапшырыуға ҡунаҡҡа саҡырылған технология факультеты студенттары хәҙерге заманда ир-егеттәрҙең йәмғиәттә бәҫе, төшөп китеүенең сәбәптәрен эҙләне, ғаиләлә атай кешенең абруйын нисек күтәрергә тип уйланды, ни өсөн хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ асылдарын онотоп барыуына аптыраны. Һәр һорауға ҡағылышлы төрлө фекерҙәр урыны менән ҡыҙыу бәхәскә әйләнеп китте. Сарала бигерәк тә  егеттәрҙең әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Аудитория тынманы, ҡул сабыуҙар, бер-беренде бүлдереп фекерҙәр әйтеү − барыһы ла телетапшырыуҙағы кеүек үк килеп сыҡты.
Ошо уҡ һорауҙарға “Атайсал” газетаһының баш мөхәррире Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов, педагогика факультетының деканы Рөстәм Ришат улы Тураев, биология фәндәре докторы, профессор Сәфәрғәли Искәндәр улы Йәнтүрин, хоҡуҡ факультетының өлкән уҡытыусыһы Алик Ғаяз улы Алтыншин да яуап биргән ине, уларҙың фәһемле фекерҙәре сарала видеояҙмала тәҡдим ителде.
Диспут темаһы менән дә, үткәрелеү формаһы менән дә студенттарға, саҡырылған ҡунаҡтарға бик оҡшаны. Улар сара һуңынан да оҙаҡ ҡына таралманы әле. Шулай итеп, сара ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды.
Педагогика факультетының 3 курс студенты Регина Ҡолмөхәмәтова
                                    
                                                                                  

Главная Мероприятия “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” йәки хәҙерге заман ир-егеттәренең ғаиләлә һәм йәмғиәттә тотҡан урыны (2)

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов