Главная Мероприятия “Ҡырағай” фильмының презентацияһы үтте

“Ҡырағай” фильмының презентацияһы үтте

Билдәле булыуынса, 2016 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Рәсәй киноһы йылы тип билдәләнде. Йыл дауамында тиҫтәләгән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлдө. Йыл дауамында йәштәрҙең күпләп ижад емештәрен тамашасы хөкөмөнә сығарыуы, төрлө темаларҙы яҡтыртҡан, төрлө проблемаларҙы күтәргән фильмдар төшөрөүе айырыуса һөйөнөслө булды.
15 февраль ҡалабыҙҙың “Атмосфера” кинотеатрында “Ҡырағай” тип исемләнгән сираттағы ҡыҫҡа метражлы фильмдың презентацияһы үтте. Сараға педагогика факультетынан башҡорт һәм рус филологияһы йүнәлешендә белем алыусы иң әүҙем студенттар саҡырылды. Фильмдың режиссеры Фәрзәнә Утарбаева сығышы менән Иҫке Сибай ауылынан. Ул ваҡытында беҙҙең институтты тамамлаған. Хәҙерге көндә Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Талантлы ҡыҙ үҙенең киләсәген тулыһынса кино сәнғәте менән бәйләргә уйлай.
Әйтергә кәрәк, “Ҡырағай” фильмы, Фәрзәнәнең тәүге ижад емеше булыуға ҡарамаҫтан, унда күтәрелгән проблемаларҙың актуаллеге менән айырылып тора. Тормош ығы-зығыһы арҡаһында яҡындарын онотҡан, уларға йөрәк түрендәге һүҙҙәрен әйтеп өлгөрмәгән хәҙерге быуын тураһында ине ул. Фильмда СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкованың ҡатнашыуы уға мәртәбә өҫтәгән.
Фәрзәнә сараға “күстәнәс” тә алып килгән ине. “Ҡырағай” фильмының презентацияһы алдынан тамашасылар йәш режиссер Айнур Асҡаровтың “Пилорама” тип исемләнгән фильмын ҡараны.
Аҙаҡ Фәрзәнә Утарбаева менән фекер алышыу ойошторолдо. Тамашасылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, теләктәрен әйтте.
Беҙ ҙә Фәрзәнә Утарбаеваға уңыштар, ижади үрҙәр һәм яңынан-яңы идеялар теләйбеҙ!
Педагогика факультетының 2 курс суденттары Ишмөхәмәтова Рүзәлиә һәм Мәмбәтова Айгөл
              

Главная Мероприятия “Ҡырағай” фильмының презентацияһы үтте

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов