Главная Мероприятия 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер-ике кеше генә һөйләшә. ЮНЕСКО Халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан үткәрелгән тикшереүҙәр буйынса 6 меңдән ашыу телдең 40%-на яҡын арала юғалыу янай. Был исемлектә башҡорт теле лә бар. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
Байрамды билдәләү өсөн институттың педагогика һәм технология факультеттары студенттары уҡыу йорто алдындағы билдәле шәхестәр аллеяһында йыйылды. Педагогика факультетының башҡорт-рус филологияһы йүнәлешендә белем алыусы студенттары был датаны билдәләү тарихы менән таныштырҙы: был көн 1952 йылда Пакистанда булып үткән ҡанлы ваҡиғалар менән бәйле икән. Ул ваҡыттарҙа, халыҡтың күбеһе бенгаль диалектында һөйләшеүенә ҡарамаҫтан, илдә урду теле дәүләт теле булараҡ тәҡдим ителә. Быға Дакки университеты студенттары ҡырҡа ҡаршы сыға. Әммә демострацияға сыҡҡан студенттарға ҡаршы ут асыла. Һөҙөмтәлә дүрт студент һәләк була. Бер ғәйепһеҙ студенттарҙың вафатынан һуң, илдә ризаһыҙлыҡ акциялары үтә. Халыҡ бенгаль теленең дәүләт теле итеп иғлан ителеүенә ирешә.
21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел – халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер. “Теле барҙың – иле бар” ти был турала башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән телде һаҡлауҙың әһәмиәтен аңлаған, уны киләсәк быуынға еткереү хәстәрлеген күргән. Һәр дәүерҙә һүҙ оҫталары – йырауҙар, сәсәндәр, шағирҙар һәм яҙыусылар – телебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолған. Улар араһында яҙмышын тел яҙмышы менән туранан-тура бәйләгән шағирҙарҙың береһе – Рәми Ғарипов. Шуға күрә студенттар был көн уңайынан Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988) Рәми Ғариповтың тыуыуына 12 февраль 85 йыл тулыуын да билдәләне. Тура һүҙле, ҡыйыу фекерле шағирҙың ижады, ваҡыт һынауҙарын үтеп, бөгөн дә актуаль яңғырай, бөгөн дә рухи маяҡтар билдәләй.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы М. Кәрим “Тауҙар” тип исемләнгән шиғырында кешеләрҙе тауҙар менән сағыштырып, улар бейек булған һайын тормоштары ауырыраҡ һәм бәхәслерәк, яҙмыштары ҡыйыныраҡ һәм аяныслыраҡ булыуын билдәләй. Әҙиптең был һүҙҙәре Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош һәм ижад юлына тулыһынса тап килә. Ил тарихында һүҙ азатлығы, үҙаллы фекер, ижади ҡараштар сикләнгән ауыр ваҡыттарҙа тура һүҙле шағир, ғәҙеллек даулап, хәҡиҡәт яҡлап, ҡыйыу сығыш яһай. Шуның арҡаһында ҡатмарлы яҙмышҡа дусар була, тик был – уның һайлаған юлы:
Бәлки керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.

Тик намыҫты данға алмаштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин янырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.

Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Кәрәк булһа, илем, телем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.

Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң-иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!

Тап ошолай тип билдәләй шағир үҙенең йәшәү асылын һәм ғүмеренең һуңғы сәғәтенә тиклем уға тоғро була.
Республикабыҙҙа Р. Ғариповтың исемен мәңгеләштереү буйынса күп кенә эштәр башҡарылған: шағир уҡыған Өфө Башҡорт гимназия-интернаты уның исемен йөрөтә, 1996 йылда уның исемендәге премия булдырыла, тыуған ауылы Арҡауылда, Өфө, Мәләүез ҡалаларында, Күгәрсен, Учалы райондарында урамдар уның исемен йөрөтә, тыуған ауылында, гимназия-интернат алдында һәм беҙҙең ҡалала, Сибай институтының билдәле шәхестәр аллеяһында уға бюстар ҡуйылған. Сибай ҡалаһындағы бюстың скульпторы – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Ғарипов.
Сарала ҡатнашыусылар, ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булған Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады алдында баш эйеп, уның бюсына сәскәләр һалып үтте.
Эйе, Рәми Ғарипов исеме халыҡ хәтерендә, шағирға мәңгелек һәйкәл – уның әҫәрҙәрендә, ялҡынлы шиғырҙарында. Ваҡытында ул:
Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып, – тип яҙа.
Артабан уҡытыусылар һәм студенттар, шағир аманатына тоғро ҡалыуыбыҙҙы раҫлап, уның иң билдәле шиғыры “Туған телде” ятланы:
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел-
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер уны тик кәм күңел.
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә – сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!
Г.Х. Сәмерханова, башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы

Главная Мероприятия 21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов