Главная Мероприятия Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

21 февраль, Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан үткәрелгән саралар сиктәрендә, Сибай институтында Варшава университеты менән видеобәйләнеш ойошторолдо. Уҡыу йортоноң педагогика факультеты студенттары Варшава университеты Шәрҡиәт факультетының Төркиәт һәм Урта Азия халыҡтары кафедраһы докторанты, республикала “Я учу башкирский язык” телетапшырыуының алып барыусыһы булараҡ билдәле Вячеслав Чернев менән аралашты.
Видеоһөйләшеүҙең ҡунағы, 30 яҡын телде белеүсе полиглот, сығышы менән Ырымбур өлкәһенән. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, әле сит илдә башҡорт теленең морфонологияһы буйынса диссертация яҡлауға әҙерләнә.
“Күп мәҙәниәтле мөхиттә туған телде һаҡлау мәсьәләләре” темаһына ойошторолған һөйләшеү фекер алышыу формаһында үтте. Сарала ҡатнашыусы уҡытыусылар һәм студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, тел мәсьәләләре буйынса һөйләште. Вячеслав Черневтың төрлө телдәрҙә яңғыраған һорауҙарға бер ҡыйынлыҡһыҙ шул телдә яуап биреүе, унан да былайыраҡ башҡорт телендә хатаһыҙ, таҙа һөйләшеүе бөтәһен дә аптыратты ла, һоҡландырҙы ла.
Әңгәмә барышында Вячеслав Чернев башҡорт теле менән нисек ҡыҙыҡһына башлауы, уны нисек үҙаллы өйрәнеүе һәм камиллаштырыуы, башҡорт телен сит милләт вәкилдәренә өйрәтеү буйынса үҙенең методикаһы тураһында һөйләне.
Уның башҡорт теле менән мауығыуы башланғыс кластарҙа уҡ башлана. Беҙҙең телде ул тәүге тапҡыр русса-башҡортса ноталар китабында осрата. Башҡорт теленең эске моңо, төҙөлөшө ҡыҙыҡһындыра уны.
Урта кластарҙа ул инглиз, итальян телдәрен үҙләштерә. Телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уны Ырымбур педагогия университетының сит телдәр факультетына алып килә. Унда ике курсты тамамлағас, егет уҡыуын Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дауам итә. Студент йылдарында уҡ сит милләт вәкилдәренә башҡорт телен өйрәтеүҙең еңел һәм ябай юлдарын эҙләй башлай, үҙенең методикаһын булдыра. Үҙенсәлекле методикаһын республиканың үҙәк телевидениеһында барған “Я учу башкирский язык” тапшырыуында һынай. Әйткәндәй, әңгәмә барышында ҡунағыбыҙ телде өйрәтеүҙә уның грамматик закондарын төплө һәм системалы аңлатыуҙы уңышлы һанай, һәм иң тәүҙә телдең эске закондарына, уның логикаһына төшөндөрөргә тәҡдим итә.
Һөйләшеү барышында поляк, немец, инглиз, илтемен, ҡаҙаҡ һ.б. телдәр яңғыраны. Теге йәки был тел күренештәренә ҡарата фекерен дәлилләү өсөн Вячеслав төрлө телдәрҙән ҡыҙыҡлы миҫалдар килтерҙе, студенттарҙың белемдәрен тикшереү өсөн һорауҙар ҙа яуҙырҙы.
Вячеслав Чернев хәҙерге заман шарттарында белем алыу, уңышлы эшләү өсөн сит телдәрҙе белеү кәрәклеген билдәләһә ла, иң тәүҙә туған телде белергә, өйрәнергә, уны киләсәк быуынға еткереү хәстәрлеген күререгә саҡырҙы. Халыҡҡа, уның теленә, тарихына, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ихтирам уның һәр вәкиленән башлана тигән фекерҙә ул. Һәр милләт кешеһе үҙенең телен ихтирам итһә, ҡәҙерләһә, уға башҡалар ҙа шундай мөнәсәбәттә буласаҡ. Башҡорт халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡына ҡәҙерле булыр. Һөйләшеү барышында күп телле мөхиттә туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре ла ҡаралды. Әйткәндәй, Вячеславты Варшава университетында “беҙҙең башҡортобоҙ” тип йөрөтәләр икән! Был – үҙе бер ғорурлыҡ бит! Уның нәҫелендә бер башҡорт та булмауы, ҡанында башҡорт ҡаны аҡмауы уға сит илдә башҡорт телен ҙурлауға, күтәреүгә бер ҙә ҡамасауламай.
Һөйләшеү аҙағында ҡунағыбыҙ туған телдәрҙе һаҡлау бөгөнгө көндә лә актуаль булыуын, уларҙы һаҡлау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Телдәрҙе өйрәнеүселәргә кәңәштәр биреп, уңыштар теләне. Беҙ ҙә төрки телдәр өлкәһендәге тикшеренеүҙәр даирәһендә хеҙмәттәшлегебеҙ дауам итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Г.Х. Сәмерханова, филол.ф.к., Сибай институтының башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы уҡытыусыһы
               
                                                                

Главная Мероприятия Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 1998-2017
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов