Главная Мероприятия Һөйөнсө! Беҙ грант оттоҡ!

Һөйөнсө! Беҙ грант оттоҡ!

БДУ-ның Сибай институты (филиалы) педагогика факультетында сираттағы еңеү! Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды 150 мең һум күләмендә “Көньяҡ Урал: оронимдарҙы өйрәнеү” проектын раҫланы. Рельеф объекттарын йыйыу, өйрәнеү эштәрен планлаштырған был проект эшен филология фәндәре кандидаты, доцент Н.А.Ласынова етәкләй. Ғилми-тикшеренеү эшендә филол.ф.к., доцент Р.М. Латыпова, филол.ф.к., доцент Л.Р. Сөләймәнова, филол.ф.к., доцент Х.Б. Нурғәлина, пед.ф.к., доцент Л.Р. Фәйзуллина – педагогика факультетының уҡытыусылары һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан филол. ф.д., профессор Г.Р.Абдуллина ҡатнаша.
Ғилми-тикшеренеү коллективы әлеге көндә үҙҙәренең тәүге экспедицияларын ойоштороу эшәтре менән мәшғүл.
Филол.ф.к., башҡорт һәм рус филологияһы кафедраһы мөдире Ласынова Н.А.

Главная Мероприятия Һөйөнсө! Беҙ грант оттоҡ!

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов