Главная Мероприятия Шиғриәтле яҙ

Шиғриәтле яҙ

Билдәле булыуынса, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы “Шиғриәтле яҙ – 2017” флешмоб-эстафетаһын үткәрҙе. Беҙҙең институтыбыҙҙың студенттары ла ситтә тороп ҡалманы, әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Ошо эстафетаның һөҙөмтәләре менән таныштырып һәм еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн, алыҫ араларҙы яҡынайтып, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары филология фәндәре кандидаты, доцент Сайнә Хөснулла ҡыҙы Әғзәмова һәм педагогия фәндәре кандидаты, доцент Фәүриә Әхтәм ҡыҙы Аҡҡужина килеп еттеләр.
Беҙҙең түбәндәге студенттар еңеүсе тип билдәләнде:
1-се урын: III курс студенты Йәрмөхәмәтова Динара, II курс студенты Ғәликаева Әминә;
2-се урын III курс студенты Ҡасҡынбаев Илдус;
3-сө урын III курс студенты Иҫәньюлова Лилиә, I курс студенты Янбаева Наҙгөл.
Бынан тыш, килгән ҡунаҡтар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы магистратураның йүнәлештәре, үҙенсәлектәре һәм уҡырға ҡабул итеү талаптары менән таныштырҙы.
Кисәне башҡорт-рус бүлеге студенттары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне. Динара Йәрмөхәмәтованың “Ҡояшҡай” бейеүе, Хажмөхәмәт Ғиззәтуллиндың автор йыры, Наҙгөл Янбаеваның “Әсә” монологы барыһының да күңеленә хуш килде.
Беҙҙең студенттарҙың талантлы, әүҙем булыуына бик шатбыҙ һәм киләсәктә лә улар беҙҙе ижад емештәре менән ҡыуандырыуҙан туҡтамаҫ тип ышанабыҙ.
Педагогика факультетының II курс студенттары Ишмөхәмәтова Рүзәлиә һәм Ғәбитова Рүзилә
 

Главная Мероприятия Шиғриәтле яҙ

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов