Уҡытыусылар көнө

Уҡытыусы – оло ихтирамға лайыҡ бөйөк һөнәр. Ул һәр кемебеҙҙең күңел түрендә генә йөрөй, иң яҡын кешеләр рәтенә ҡуйыла.
5 октябрь – илебеҙҙә Уҡытыусылар көнө. Был көндө Сибай институты студенттары ла үҙҙәренә белем биреүсе хөрмәтле кешеләрен тәбрикләне. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә белем алыусы буласаҡ уҡытыусы-студенттар был кисәгә БДУ-ның Сибай интитутының ойошторолоп бөгөнгө торошҡа етеүенә үҙенең барлыҡ көсөн һалған хөрмәтле уҡытыусыларҙы, йәғни Башҡотостан Республикаһының почет грамотаһы менән наградланған педагогика факультетының беренсе деканы филология фәндәре кандидаты, профессор Бүләков Илдус Ҡасим улын, ун йылдан ашыу педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы кафедраһын етәкләгән, артабан башҡорт филологияһы профессоры булып эләгән телсе, мәғариф ветераны, филология фәндәре кандидаты Әбсәләмов Зыя Зиннәт улын, БДУ-ның Сибай институтында оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге мөдире булып хеҙмәт иткән, студенттарға фольклор, әҙәбиәт йүнәлешендә төплө белем биргән, фән өлкәһендә лә уңышлы эшләп килгән, доцент, филология фәндәре кандидаты Бүләкова Ғәҙилә Мөдәрис ҡыҙын, шулай уҡ хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Р.Өмөтбаев исемендәге ҡала премияһы лауреаты Айсыуаҡова Рәсимә Фитрат ҡыҙын һәм бүлек уҡытыусыларын саҡырғайны. Һәр саҡырылған ҡунаҡ уҡытыусы һөнәренең нескәлектәре хаҡында, үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, студенттарҙы белемле, замана менән йәнәш атлаған, башҡорт теленең һағында торған уҡырыусылар булырға өндәне. Кисәлә тамасашы булып ҡатнашҡан беренсе һәм икенсе курс студенттары үҙ сиратында һорауҙар бирҙеләр. Шулай уҡ сараны ойоштороусы дүртенсе курс студенттары тарафынан башҡарылған музыкаль бүләктәр сараның биҙәге булды. Кисә аҙағында студенттар уҡытыусыларға, байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙылар, һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләне. Барыһы ла саранан күтәренке кәйеф, күңел йыйылығы менән таралды.

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов