Главная Научная деятельность Әҙәбиәт йылын асып...

Әҙәбиәт йылын асып...


Бөгөн миләттәштәребеҙҙең башҡорт теленә, мәҙәниәтенә иғтибар кәмеүенә зарланғандарын йыш ишетергә тура килә. Бәлки бөгөнгө тормош шуны талап итәлер ҙә...
Республикабыҙҙа күп уҡыу йорттары, китапханалар, мәктәптәр был күренешкә ҡаршы торорға тырышалар. Уларҙа балаларҙа туған теленә, әҙәбиәтенә һөйөү уятыу маҡсатында күп саралар үтә. Шундай “көрәшсе”ләрҙең береһе – Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты.
21 февраль 1999 йылда ЮНЕСКО тарафынан Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителә. Был көн юҡҡа сығып барыусы телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү, туған телдә белем алыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы киңерәк таратыу маҡсатынан ойошторола. Әлбиттә, был маҡсаттарға ирешеү әҙәбиәт, мәҙәниәт, милләтебеҙҙең үткәне менән танышыуҙан башлана. Ә “Милләт үҙенең бөйөк шәхестәре менән мәртәбәле”, – тигән күренекле дин әһеле, әҙип Ризаитдин Фәхретдинов. Шулай уҡ туған телен, туған халҡын ҡәҙерләгән халыҡ үҙе лә ҡәҙерле булыр, тигән әйтем бар башҡорт халҡында.
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арнап, 2015 йылдың ҡарлы-буранлы 20 февралендә Сибай институты алдындағы башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең бюстарына сәскәләр һалыу тантанаһы үткәрелде. Сара башҡорт филологияһы кафедраһында эшләп килгән “Даръя” ғилми-лингвистик клубы (етәксеһе доцент Латыпова Р.М.) һәм “Инеш” әҙәби ижад түңәрәге (етәксеһе доцент Ласынова Н.А.) ағзалары тарафынан ойошторолдо.
Башта башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы уҡытыусылары Рида Марс ҡыҙы Латыпова, Нәйлә Азамат ҡыҙы Ласыновалар һөйләп үтте:
– Башҡорт халыҡ шағиры Рауил Бикбаев беҙҙең институтҡа бер килгәнендә: “Мин Сибай институтынан башҡа халҡыбыҙҙың бөйөк алты шәхесе ҡаршылап торған бер генә уҡыу йортон да белмәйем”, – тип билдәләгәйне. Ысынлап та, институт директоры – иҡтисад фәндәре докторы, профессор З.Ғ.Йәрмөхәмәтов етәкселегендәге уҡытыусылар коллективы йәш быуынды илһөйәрлек һәм телһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә. Институттың төп корпусы алдында арҙаҡлы шәхестәр аллеяһы (тыуған төйәгебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр – Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Мөхәммәтша Буранғолов, Шәйәхмәт Сибаевтарға ҡуйылған бюстар) булдырылһа, коридорҙарҙы күренекле милләттәштәребеҙгә барельефтар, паннолар биҙәй.
2015 йылдың 2 ғинуарында тыуыуына 120 йыл тулған бөйөк шағир Шәйехзада Бабич тураһында һөйләү өсөн һүҙ доцент Луиза Рәүеф ҡыҙы Сөләймәноваға бирелде. Ул Шәйехзада Бабичтың үҙ ижадын мәғрифәтселек, милли үҫеш идеялары менән һуғарған, 20-се быуат башының сәйәси тормошон яҡшы аңлап, уны үҙ ижадында сағылдырған шағир булыуын билдәләне. III курс студенты Әбдрәхимова Рәсимә Шәйехзада Бабичтың “Кем өсөн?” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.
Артабан студенттар бюст ҡуйылған башҡа шәхестәр тураһында ла һөйләп үттеләр: сараны алып барыусы Әлиә Әминева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып шиғыр китаптарын донъяға сығарған бөйөк яҙыусы, киң ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле романдарҙан торған тәүге башҡорт трилогияһын ижад иткән талантлы һүҙ оҫтаһы З. Биишеваның ижады һәм тормош юлы хаҡында һөйләгәс, шул уҡ курстан Галина Алина шағирәнең “Башҡорт теле” шиғырын уҡып ишеттерҙе.
III курс студенттары М. Мөхәмәтшина Һәҙиә Дәүләтшинаның, Г.Сыңғыҙова Мөхәмәтша Буранғоловтың, С.Туҡтаева билдәле дәүләт эшмәкәре, сәсән, тыуған төйәгебеҙ тарихында яҡты эҙ ҡалдырыусы Шәйәхмәт Сибаевтың, Ә. Әминева Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, оҫта тәржемәсе, башҡорт халҡы өсөн янып, көйөп торған шәхес Рәми Ғариповтарҙың тормошо һәм ижады менән таныштырҙы.
Артабан Әлиә Әминева бөтә республика 12 февраль көнө тыуған көнөн билдәләп үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Һәм Башҡортостанда ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙә лә киң билдәле, башҡорт балаһына әсә һөтө менән һеңгән, мәктәп йылдарынан яратып һәйләгән шиғырҙарыбыҙҙың береһе – Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын бөтә студенттар менән бергәләп ятлау ойошторолдо (флеш-моб).
Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Бал ҡортондай ынйы йыямын,
Йыямын да – йәнле ынйыларҙан
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Бер телдән дә телем кәм түгел –
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел!...
Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
Әсәм теле миңә – сәсән теле, –
Унан башҡа минең халҡым юҡ,
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Артабан студенттар һәм уҡыусылар бюстарға сәскә һалдылар, тамашасылар был саранан күтәренке рух, күңелдәрендә йылы тойғо менән таралышты.
Сараны Сибай телевидениеһы төшөрөп алды. Педагогика факультеты деканы пед.ф.к., доцент И.И.Ырыҫбаев интервью бирҙе.

Алина Галина 3 БЯиЛ

Главная Научная деятельность Әҙәбиәт йылын асып...

© Сибайский институт Башкирского Государственного Университета 2008-2016
Верстка и дизайн - Ринат Байрамгулов